О канале Башҡорт донъяһы
Владелец пока не добавил описание.
AI-обзор
Обновлено 20.07.2026Канал "Башҡорт донъяһы" публикует видеоматериалы о культуре, традициях и людях Башкортостана. В постых освещаются различные события, от юбилеев известных личностей до фестивалей и праздников.
Описание сформировано MaxBook AI на основе последних публикаций канала.
Основные метрики
Рост подписчиков
Вовлечённость
Здоровье аудитории
Часовая активность
МСККогда канал публикует — распределение постов по часам суток.
Последние публикации канала «Башҡорт донъяһы»
- 21 просмотров, 1 реакций, 20 июл. 2026 г.
"Әрме" башҡорт халыҡ көйөн Вадим Динисламов һәм Радмир Ғүмәров башҡара 🔥 Әйткәндәй, был йырҙың тарихы башҡорттарҙың әрмелә 25-әр йыл хеҙмәт итергә бурыслы булған осорҙарына барып тоташа. Афарин, егеттәр! 👏 Башҡорт донъяһы МАХ-та: https://max.ru/channel_bashkortdonja
Открыть пост в MAX - 23 просмотров, 20 июл. 2026 г.
📌 ШҮЛГӘН-FESTҡа БАРАБЫҘ! Был шәмбелә, 25 июлдә, Бөрйән районына тәбиғәт ҡосағына юлланабыҙ, йәмәғәт 🔥 Сара "Шүлгән-Таш" тарихи-мәҙәни музей комплексы асылыуға арналған. Бында халыҡты уҡ атыу, көрәш буйынса ярыштар, һөнәрселәр йәрминкәһе, оҫталыҡ дәрестәре көтә. 🔥 Хатта боронғо рәссәмдар кеүек, охра ҡулланып, буяу әҙерләргә өйрәнеп буласаҡ. 🔹 Байрам Рәсүл Ҡарабулатов, Заһир Иҫәнсурин, Нәркәс Сиражетдинова, Нәжибә Юлдащбаева, DJ Хан һәм «Дәрүишхан» төркөмө ҡатнашлығында сағыу концерт менән тамамланасаҡ. 📍 "Шүлгән-Таш" музей комплексы 2022 йылдың 9 июлендә асылды. Был тантанала Башҡортостан…
Открыть пост в MAX - 23 просмотров, 20 июл. 2026 г.
📌 Бөгөн, 20 июлдә, Халыҡ-ара шахмат көнө билдәләнә. Был байрам Халыҡ-ара шахмат федерацияһы ҡарарына ярашлы үткәрелә. Байрам көнө 2019 йылда ғына рәсми ҡабул ителә. 🔹 Шахмат уйынын башҡорттар сатраш тип йөрөтә. Ул бик боронғо, әле бишенсе быуатта уҡ Һиндостанда сатраштың "атаһы" - чатуранга барлыҡҡа килгән. Ул "дүрт өлөштән тороусы" тигәнде аңлата - башта 4 кеше уйнаған. 🔹 Бына ошо чатуранга атамаһы фарсылар иленә килеп, артабан Ебәк юлы буйлап таралып китә. 🔹 Башҡорттарҙың да борон-борондан шахмат - сатраш уйынын белеүе халыҡ әкиәттәренән дә билдәле. Мәҫәлән, "Әминбәк" әкиәтендә егет…
Открыть пост в MAX - 26 просмотров, 20 июл. 2026 г.
📌 МЕДСЛЁТ-2026: табиптар халыҡтар дуҫлығы яҡлы. Быйыл медицина хеҙмәткәрҙәренең туристик слетын округтар буйынса айырым ойошторғандар. Сара ғаилә һәм халыҡтар дуҫлығына арналған: милли кейемдәр, милли уйындар, йыр-моң республикабыҙҙа халыҡтарҙың дуҫ һәм татыу йәшәүен сағылдырған. 🔹 Күмертау медицина округының туристик слеты Ейәнсура районында Оло Һүрәм йылғаһы буйында үткән. 🔹 Бында Күмертау округы дауаханаларынан һәм Сибай менән Стәрлетамаҡ ҡалаларынан 8 команда - 150 медицина хеҙмәткәрҙәре йыйылған. 🔹 Слёт хужалары Иҫәнғол үҙәк район дауаханаһы бер юлы ике команда алып килгән: йәштәр…
Открыть пост в MAX - 25 просмотров, 20 июл. 2026 г.
📌 Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте премияһына ғаризалар ҡабул итеү башланды. Журналистар һәм авторҙар коллективы ҡатнаша ала. 2025 йылдың сентябренән 2026 йылдың авгусына тиклем баҫылған материалдар баһаланасаҡ. Эштәрҙә замандаштар, милли мәҙәниәттәр байлығы һәм халыҡтар дуҫлығы, граждандар тыныслыслығы һәм йәмғиәттәге тытыулыҡ, Башҡортостандың социаль-иҡтисади үҫеше сағылыш табырға тейеш. ⚡ Ғаризаны 1 сентябргә тиклем ике адрес буйынса ҡалдырырға мөмкин: 📍 450000, Өфө, Киров урамы, 45, Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары…
Открыть пост в MAX - 29 просмотров, 20 июл. 2026 г.
📌 Үҙеңде дәүләт хеҙмәтендә һынап ҡара! Росмолодежь 18-35 йәшлектәр өсөн "ГосСтарт" стажировкаларының федераль этабына старт бирҙе. Ул 2 октябрҙән 16-на тиклем Мәскәүҙә үтәсәк. ✅ Был - федераль власть органдарына эләгеү, остаздар менән бергә эшләү, документтарға төшөнөү, кәңәшмәләрҙә ҡатнашыу һәм мөһим ҡарарҙар нисек ҡабул ителеүен аңлау өсөн ысын мөмкинлек. 🔹 Программа тәжрибә тупларға һәм үҙең тураһында белдерергә лә ярҙам итә - иң яҡшы 50 стажёрға эшкә урынлашыуға рекомендация бирәсәктәр. 🔹 Ә иң әүҙем 250 кешенең юл һәм йәшәүгә сығымдарын ойоштороусы ҡаплаясаҡ. 📍 Ғаризаны "Рәсәй…
Открыть пост в MAX - 28 просмотров, 20 июл. 2026 г.
Бына тағы көндө һәләк иттем, Һиҙмәй ҡалдым бушҡа үткәнен. Бәлки, шулай йәшәп, тоймаҫһың да Ғүмереңдең үтеп киткәнен. Туҡта, ваҡыт! Юҡ, туҡтамай ваҡыт, Тик бер һин тораһың туҡталып. Ә ул, һинең һәр көнөңдө урлап, Оса алға, оса уҡталып... Тик эшеңә бәйләп кенә уны Туҡтатырға мөмкин бер аҙға. Ул эшеңде генә алып китә Киләсәккә – матур бер яҙға... Рәми ҒАРИПОВ. ☀️ Көнөгөҙҙө һәләк итмәгеҙ, киләсәккә илтер эш ҡалдырығыҙ 😉
Открыть пост в MAX - 33 просмотров, 1 реакций, 19 июл. 2026 г.
❓ Алыыыҫ райондарҙы яҡынайтып ҡайтып килдегеҙме әле? Сара менән Баязит бына ҡайтып килгән, балыҡ ҡармаҡламағандар, әммә... Видео: Фирҙәт Ғәлиев. Башҡорт донъяһы МАХ-та: https://max.ru/channel_bashkortdonja
Открыть пост в MAX - 32 просмотров, 19 июл. 2026 г.
📌 Бөгөн Башҡортостандың халыҡ артисы, йырсы Лилиә ИШЕМЙӘРОВА 50 йәшлек күркәм юбилейын билдәләй. Лилиә Рауил ҡыҙы1976 йылдың 19 июлендә Ейәнсура районының Иҙелбәк ауылында тыуған. 🔹 1990 йылда 9-сы класты тамамлағандан һуң, Өфө сәнғәт училищеһына уҡырға килә. 🔹 1993 йылда уҡыуын тамамлап, Сибай дәүләт филармонияһына артист-вокал башҡарыусы булып эшкә төшә. Артабан белемен Өфө сәнғәт институтында камиллаштыра. 🔹 2002 йылдан Х. Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһына эшкә саҡырыла һәм бында оҙаҡ йылдар эшләй. 🔹 Лилиә Ишемйәрова беҙгә моңло тауышы менән генә түгел, ә тормош…
Открыть пост в MAX - 21 просмотров, 19 июл. 2026 г.
📌 Бөгөн Металлург көнө икән. Был һөнәр беҙҙең өсөн һис ят түгел - әле батша заманында уҡ мәғдәнселек менән шөғөлләнгән ата-бабаларыбыҙ тураһында беләбеҙ. 🔥 Ошо айҡанлы яңыраҡ хатта "Медь" - "Баҡыр" фестивале үтте. Унда Воскресенк һәм Верхотор ауылдарындағы боронғо баҡыр иретеү заводтары тирәһен Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса тәртипкә килтереп, йәш быуынды тарихыбыҙға ылыҡтырыу маҡсатында матур байрам ойошторҙолар. 🔹 Ә мәғдәнселек эше республикабыҙҙа бөгөн дә дауам итә. Ҡара металл Белоретта, төҫлө металл - Учалы һәм Хәйбулла райондарында, Сибайҙа сығарыла,…
Открыть пост в MAX - 35 просмотров, 1 реакций, 19 июл. 2026 г.
Урал батыр һәйкәле. Учалы ҡалаһы. Видео: alison_garnet
Открыть пост в MAX - 27 просмотров, 19 июл. 2026 г.
📌 "Аманат" халыҡ бейеүҙәре халыҡ ансамбле Төркиәлә үткән Халыҡ бейеүҙәре халыҡ-ара фестивалендә Рәсәй һәм Башҡортостан исеменән сығыш яһаны. Фестиваль 29 июндән 5 июлгә тиклем үткән. Ул 20-се тапҡыр ойошторола һәм 17 илдән: Албания, Алжир, Болгария, Грузия, Иран, Колумбия, Косово, Ҡырғыҙстан, Мексика, Молдова, Румыния, Рәсәй (Башҡортостан, Ҡабарҙы-Балҡар, Төньяҡ Осетия республикалары коллективтары), Төньяҡ Македония, Сенегал, Сербия, Төньяҡ Кипр Төрөк Республикаһы, Чилиҙан 680 бейеүсе ҡатнашҡан. 🔹 Улар Денизли провинцияһының 19 районында сығыш яһаған. 🔹 Беҙҙең "Аманат" халыҡ бейеүҙәре…
Открыть пост в MAX - 39 просмотров, 18 июл. 2026 г.
Кем тағы шулай итә? 😉 Видео: интернеттан. Башҡорт донъяһы МАХ-та: https://max.ru/channel_bashkortdonja
Открыть пост в MAX - 38 просмотров, 18 июл. 2026 г.
📌 Бөгөн Рәсәйҙең Дәүләт янғын күҙәтеүе хеҙмәткәрҙәре һөнәри байрамдарын билдәләй. Быйыл Рәсәйҙең Дәүләт янғын күҙәтеүе булдырылыуға 99 йыл - ул 1927 йылдың 18 июлендә барлыҡҡа килгән. 🔹 Иҫтәлекле көн алдынан тантаналы сарала Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан Республикаһы буйынса Баш идаралығы начальнигы Владимир Горин ҡотлау һүҙҙәрен еткерҙе. 🔹 Шулай уҡ Өфөгә 5 яңы "Нива Трэвел" маркалы эш автомобиле килтерелгән. Улар янғын сәбәптәрен асыҡлау, күҙәтеү сараларын ойоштороу, иҫкәртеү рейдтары үткәреү, халыҡ менән осрашыу маҡсатында инспекторҙар ҡулланыуына тапшырыласаҡ.…
Открыть пост в MAX - 39 просмотров, 18 июл. 2026 г.
📌 Әбйәлил районында 7 уҡыусы Берҙәм дәүләт имтиханында 💯 балл йыйған. Шуларҙың дүртәүһе - Эльмира Ишҡолованың уҡыусылары 🔥 Әбйәлил районы 1-се Асҡар ауылы урта мәктәбе уҡыусылары быйыл физика буйынса ғәжәйеп юғары күрһәткестәргә өлгәшкән. Мәктәптең биш уҡыусыһы был фәндән Берҙәм дәүләт имтиханында 100 балл йыйған. 💯 Айырыуса Әмир Саматовҡа афарин, тип хәбәр итәләр райондан. Егет тәүҙә имтиханда 90 балл йыйған, әммә һөҙөмтә менән ҡәнәғәт булмай, яңынан тапшырған һәм бына иң юғары баһа - 100 балл! Әмир Саматов, Руслана Нишанова, Юнир һәм Данил Дәминдаровтарҙы имтиханға 1-се Асҡар урта…
Открыть пост в MAX
Качество и доверие
Эвристические сигналы качества по публичным метрикам (охват, реакции, динамика подписчиков). Это не доказанный фрод и не приговор — лишь поводы присмотреться к каналу.
Реклама и монетизация
Внешняя реклама, которую этот канал размещал в других лентах.
Рекламирует с 14.06.2026
Средние показатели последних публикаций. Тип определён по тексту поста — оценочно.
Цитирование
Сколько раз канал упомянут и репостнут в постах других каналов.
Публикации
Дополнительно
Из 57 пойманных постов в диапазоне ID сообщений отсутствует 71. Пропуски — это удалённые посты ИЛИ медиа-альбомы и служебные сообщения (один альбом = несколько ID). Точную причину по одним ID определить нельзя.