@dinigilem
Төп йүнәлештәр: аҡида (иман нигеҙҙәре), фиҡһ (ғибәҙәттәр һәм хоҡуҡтар), тәзкиә (йөрәктәрҙе сафлау). Уларҙан тыш: тарих, сәйәсәт һәм ижтимағи һорауҙар буйынса шәхси фекерҙәр. Хаттар өсөн: • ир-егеттәргә: @dinigilem_bot • ҡатын-ҡыҙҙарға: @kat…
О канале Дини ғилем
Төп йүнәлештәр: аҡида (иман нигеҙҙәре), фиҡһ (ғибәҙәттәр һәм хоҡуҡтар), тәзкиә (йөрәктәрҙе сафлау). Уларҙан тыш: тарих, сәйәсәт һәм ижтимағи һорауҙар буйынса шәхси фекерҙәр. Хаттар өсөн: • ир-егеттәргә: @dinigilem_bot • ҡатын-ҡыҙҙарға: @katinkizzar_bot
AI-обзор
Обновлено 19.07.2026Канал "Дини ғилем" посвящен исламу и вопросам веры, практики и нравственности. Автор делится ответами на вопросы читателей по различным аспектам религии, включая намазы, азан, акиду и логику в исламе. Также затрагиваются темы семейных отношений и разрешения споров.
Описание сформировано MaxBook AI на основе последних публикаций канала.
Основные метрики
Рост подписчиков
Вовлечённость
Здоровье аудитории
Часовая активность
МСККогда канал публикует — распределение постов по часам суток.
Последние публикации канала «Дини ғилем»
- 183 просмотров, 5 реакций, 16 июл. 2026 г.
✍ Намаҙға бәйле ҡайһы бер һорауҙар (4) 1) Һорау: Әссәләмү ғәләйкүм үә рәхмәтүЛлаһи үә бәрәкәтүһ, мин завод эсендә намаҙ уҡыр өсөн палатка һымаҡ бер ҡулайлама эшләп алдым, намаҙҙы шунда уҡыйым. Тик нисектер йәшенеп уҡыған һымаҡ, улай яраймы икән? Яуап: Үә ғәләйкүм әссәләм үә рәхмәтүЛлаһи үә бәрәкәтүһ! Ярай, әлбиттә. Намаҙҙы ниндәйҙер сәбәптәр менән йәшерен уҡыуҙа һис насарлыҡ юҡ. Ундағы ҡалған мосолман ҡәрҙәштәрегеҙҙән ҡасып йөрөмәһәгеҙ, маҡсатлы рәүештә уларҙан йәшеренеп уҡымаһағыҙ – шул ғына. Бүтәндәрҙең иһә һеҙҙә ҡайғыһы булмаһын. ➖ ➖ ➖ ➖ ➖ ➖ ➖ ➖ ➖ ➖ 2) Һорау: Намаҙ уҡыған ир кеше намаҙ…
Открыть пост в MAX - 181 просмотров, 13 реакций, 16 июл. 2026 г.
✍ Аҙан мөғжизәһе Аҙан – Ер йөҙөндә һис ҡасан тынмай яңғыраған саҡырыу. Бер илдәге аҙан тауыштары туҡтап та өлгөрмәй, инде икенселәре аҙан ҡысҡыра башлайҙар. Иртәнге аҙан Ерҙе урап сығып өлгөрмәй, инде тәүге илдәрҙә өйлә аҙаны башланған була. Һәм шулай – ауылдарҙан-ауылдарға, төбәктән-төбәккә, ҡитғанан-ҡитғаға күсеп, изге ауаз кешелекте тәүлек әйләнәһенә бер Раббыға табынырға, намаҙ уҡырға саҡырыуын дауам итә. Хатта һеҙ бына ошоно уҡыған саҡта ла ҡайҙалыр аҙан әйтелә. Һәр ваҡыт. Иҫ киткес бит, эйеме? #быларҡыҙыҡлы © t.me/dinigilem
Открыть пост в MAX - 140 просмотров, 2 реакций, 14 июл. 2026 г.
✍️ Аҡида һәм логика 🎙 Һорау: Әссәләмү ғәләйкүм. Теге егет логика тураһында яҙа. "Уйлан, логикаңа таян. Беҙ бит бәләкәй бала түгел, "күҙ йомоп" алданып ултырырға... Кешелә логика булырға тейеш. Ә ваһһабиҙарҙа логика юҡ", – тигән. Логика тураһында аңлатып ебәр әле. Интернетта төрлөсә яҙалар, яҡшылап аңлап етмәнем. 📎 Аллаһтың ҡыҙғаныуын һәм Уның башҡа сифаттарын дөрөҫ аңлау #һорауяуап #аҡида #мәнһәж © t.me/dinigilem
Открыть пост в MAX - 154 просмотров, 5 реакций, 14 июл. 2026 г.
💝 Бетеү тағыу хөкөмө ❓ ҺОРАУ: Кешенең ҡулына йәки муйынына тағылған һәм бәлә-ҡазанан аралау өсөн тәғәйенләнгән бетеүҙәрҙең хөкөмө ниндәй? Ә әгәр улар Ҡөрьәндән булһа, уларҙың хөкөмө нисек? ❗️ ЯУАП: Шик юҡ, талап ителгәне – ул бөтә ваҡыттарҙа ла кешенең шәриғәттә килгән сараларҙы ҡулланыуы. Мәҫәлән, Сөннәттә килгәнсә, "Көрси" аятын, "Ҡүл һүә-Ллаһү әхәд", "Фәләҡ" менән "Нәс" сүрәләрен һәм башҡаһын уҡыһын. Әммә уларҙы яҙып, бетеү итеп тағып йөрөтөүгә килгәндә, бында ғалимдар араһында ихтилаф (фекер төрлөлөгө) бар. Берәүҙәре уны рөхсәт иткән һәм Аллаһ Тәғәләнең: 📖 "Беҙ Ҡөрьәндән мөьминдәр…
Открыть пост в MAX - 175 просмотров, 7 реакций, 13 июл. 2026 г.
✍ Ҡатын-ҡыҙҙар мәжлесе Һорау: Ҡөрьән ашы мәжлестәрендә ҡатын-ҡыҙҙарҙың үҙҙәре генә Ҡөрьән уҡып, үҙҙәре генә доға ҡылыуы модаға кереп китте. Элек уҡымышлы муллалар, ҡатындарҙың Ҡөрьән уҡыуы дөрөҫ түгел, уның сауабын мәрхүмдәргә бағышлап булмай, тип әйтәләр ине. Мулла булмағанда абыстай уҡыһа, ул үҙенең уң яғына алты йәше тулмаған ир бала ултыртһын, тип өйрәтәләр ине. Яуап: 1) Ҡатын-ҡыҙҙар үҙҙәре генә Ҡөрьән мәжлесенә йә ниндәй ҙә булһа бүтән ашҡа йыйыла ала. Бының бер гонаһы ла юҡ. 2) Ҡатын-ҡыҙҙарға сит ирҙәр алдында Ҡөрьән уҡырға ярамай (элекке муллалар, моғайын, шул турала әйткәндер). Әммә…
Открыть пост в MAX
Качество и доверие
Эвристические сигналы качества по публичным метрикам (охват, реакции, динамика подписчиков). Это не доказанный фрод и не приговор — лишь поводы присмотреться к каналу.